Дарыуҙар ҡайҙа?

Башҡортостанға бушлай дарыуҙар өсөн федераль ҡаҙнанан 75 миллион һум ғына аҡса бүленгән. Тәү ҡарашҡа "ғына" тиерлек түгел. Тик бына кәрәк сумманың етенән бер өлөшө генә икенән белһәң, аҙ икәне күренә, әлбиттә. Башҡортостанға йәмғеһе ауырыуҙарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн 510 миллион һум талап ителә. Был ҡоро һандар, ә уларҙың артында кеше ғүмерҙәре, селпәрәмә килгән яҙмыштар, һүнгән өмөттәр тороуын күҙ уңында тотһондар ине был аҡсаларҙы бүлеүселәр.

Фото №1 - Дарыуҙар ҡайҙа?

Республикала ташламалы медицина препараттарына дәғүә итеүселәр һаны өс йөҙ меңдән ашыу. Уларҙың күптәре өсөн дарыуҙар йәшәү сығанағы. Ә улары ғәҙәттә, сит илдәрҙән килтерелә һәм ябай кеше һатып алырлыҡ түгел.

Бөтә тәне тартышып, аңын юғалтыуға Ирина Щвецова күнегеп тә бөткән. Эпелепсия өйәнәге айына өс мәртәбә лә ҡабатланыуы ихтимал. Аптекаларҙа йылдан ашыу тейешле препараттарҙың булмауы ауырыуҙың хәлен тағы ла киҫкенләштерә. Табип яҙып биргән рецепт буйынса бушлай дарыуҙар республика бюджетында ҡаралған һәм бүленгән, әммә ни эшләптер, улар Учалы район дауаханаһына килеп етмәй, тип яуаплайҙар ауырыуға.

Беҙҙә ошондай препараттар талап ителгән пациенттар өҫтәлде, аңлайым, уларға ла дауаланырға кәрәк. Мин 1993 йылдан бирле ауырыйым. Миңә был дарыуҙар күптән иҫәпләнгән.

Ирина Швецова

Эш прокуратураға йүнәлтелгәнсе пациент рецепт яҙып биреүҙәрен үтенеп, бер кабинеттан икенсеһенә йөрөй. Әммә һөҙөмтәһеҙ. Тикшереү үткәрелгәндән һуң да быйыл алырға тейешле 28 препараттың 9-ы ғына алған. Ҡапыл килеп сыҡҡан өйәнәктәрһеҙ йәшәү өсөн уға айына ике мең ярым һумдан 7 ҡап дарыу һатып алырға тура килә.

Бында беҙгә шундай аңлатма бирәләр, һәм беҙгә тағы ла 52 ҡап дарыу биреп еткерелмәгән. Уларҙың һәр береһе 2400 һумдан. Беҙ ғаризала дарыуҙар бүленмәй тип асыҡ итеп яҙҙыҡ. Ә Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан беҙгә бындай сир менән дарыуҙар бүленә тигән яуап килде.

Тамара Ғәйнетдинова, Ирина Швецованың әсәһе

Ә район дауаханаһында препараттарға заявка үткән йылда уҡ тулыһынса бирелгән тип яуаплайҙар. Ә дарыуҙарҙы тотҡарлауҙы "Башфармация"ның һәр бер пациентты тәьмин итеп өлгөрә алмауы менән аңлаталар. Улар белдереүенсә, төбәк бюджетынан һәр ауырыуға айына 150 һумлыҡ сығымдар ҡаралған.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығына пациентҡа складтарҙа һәм башҡа учреждениеларҙа булған дарыуҙарҙы бүлеү кәрәклеге хаҡында тәғәйен үтенес хат-мөрәжәғәт беҙҙең ҡулда. Күптән түгел генә беҙ Сибайҙағы коллегаларҙан был препараттарҙы алыу мөмкинлеге хаҡында килештек.

Жанна Балясова, Учалы үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары
Башбат

Күрше райондарҙан һорап тороу, башҡа маҡсатҡа һалып ҡуйылған аҡсаларға дарыу һатып алыу, бүтән пациенттар иҫәбенә мәсьәләне хәл итеүҙән башҡа әмәл ҡалмай. Табиптар сараһыҙлыҡтан хатта үҙҙәренең аҡсаһына препараттар һатып ала башлаған. Бындай хәл күптән түгел генә баш ҡаланың бер поликлиникаһында теркәлде. Сөнки табиптарға ла юғарынан аҡса урынына бойороҡтар ғына төшә, бирергә, тигән. Баҡтиһәң, федераль үҙәктән бушлай медицина препараттары алыу өсөн аҡса бик аҙ бүленгән. Һоралған биш йөҙ миллион һумдың ни бары етмеш бише генә республикаға бирелгән.

Республикала 330 меңдән ашыу кеше ташламалы дарыуҙарға дәғүә итә. Уларҙың 78 меңдән ашыуы ярҙамды федераль бюдждеттан ала. Ил ҡаҙнаһынан аҡсадлар тотҡарланғас беҙ уларҙы республика иҫәбенә тәьмин итергә мәжбүрбеҙ. Һирәк осрай торған сирле пациенттарға ғына айына 2-8 миллион һум тирәһе аҡса китә. Улар төбәктең башҡа бушлай дарыу алыусы пациенттарын ҡыҫырыҡлай.

Әнүәр Бакиров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры

Дарыуҙар менән тәьмин итеү тотҡарланыуы ил һәм республика бюджеттары араһында финанс әйләнешенә лә бәйле. Дарыуҙар өсөн лимит 2017 йылдың декабрендә бүленгән, әммә һатып алыуҙар февраль айынан башланған. Шуға күрә лә бер айлыҡ препараттар пациенттарға килеп етмәгән. Һөҙөмтәлә бушлай тәьмин ителергә тейеш пациенттар ҡиммәтле дарыуҙарҙы үҙ иҫәбенә алырға мәжбүр. Хөкүмәт Премьер -министры Рөстәм Мәрҙәнов был мәсьәләне кисекмәҫтән көйләү бурысы ҡуйҙы.

“Льготалы граждандарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса эш дауам итә. Хәҙер һатып алыуҙар бара. Башҡортостандың сәләмәтлек министрлығын был һорауҙы контрольда тотоуын һәм ваҡыты менән отчет тапшырып тороуҙарын һорайым”.

Рөстәм Мәрҙәнов, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры

Дөрөҫ, үҙ мәлендә тейешле күләмдә дарыуҙар ҡулланғанда ҡаты сирҙе ваҡытлыса еңергә мөмкин. Кире осраҡта Иринаның да хәле киҫкенләшеүе ихтимал. Әлеге ваҡытта пациент үҙ иҫәбенә дарыу һатып алған аҡсаларын суд аша ҡайтарырға ниәтләй.

Авторҙар: Таһир Вәхитов һәм Гүзәл Борханова.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ