Йәшен йәшнәмәйенсә урыҫ суҡынмай

Рәсәйҙең бар булмышын асып һалған шул тиклем дә тапҡыр мәҡәл юҡтыр. Илебеҙҙә бәлә килмәйенсә, уны иҫкәртеү өсөн бер ни ҙә күрелмәй. Уның ҡарауы, һуңынан йүгерергә яратабыҙ. Тикшерәбеҙ, эш күрһәтәбеҙ, ғәйеплене табабыҙ ҙа тағы тынысланабыҙ. Был юлы ла фажиғә теркәлмәҫ борон уйлап та бирмәнек оло һыуҙың бәләһе тураһында. Бер нисә кеше ҡолап, икеһе кире йөҙөп сыға алмағас ҡына ҡырағай туристарҙы тикшерә башланылар.

Ә быға тиклем тәжрибәһе булғаны ла, ажғырып торған йылғаларҙы тәүгә күргәне лә кәмәгә ултырҙы. Һәм кем ғәйепле был осраҡта? Адреналин артынан ҡыуып мөмкинлектәрен самалай белмәгән туристармы, әллә бер ниндәй ҙә сикләү, киҫәтеү яһай белмәгән яуаплы органдармы?

Киләһе боролошта нимә булыр?! Йылға ағымы көслө, яҙғыһын уның йүнәлешен ҡапыл ғына билдәләп тә булмай. Экстрим һөйөүселәр катамаранда һикертмә урындар, шарлауыҡтар аша ҡыуып, йәнә адреналин ала. Тик күңелһеҙ осраҡҡа тарымам тимә. Уҙған йәкшәмбе Ләмәҙ йылғаһы буйлап сәйәхәткә сыҡҡан өс ир һыу аҫтында ҡалып бәләгә тарый. Катамарандары түңкәрелә. Ағасҡа бәреләләр.

Туристарҙың береһенә ҡоро ергә сығырға Үрге Ләмәҙ ауылынан Рүзил Әсмәндиәров ярҙам итә. "38 йәшлек ир түмәргә тотоноп йөҙөп килә ине, ҡысҡырған тауышын ишеткәс, уға ҡайҙа йөҙөргә кәрәклеге хаҡында кәңәштәремде еткерҙем", ти ул.

Катамаранда түңкәрелеп, бәләгә тарыусыларҙың береһе шул уҡ көндө туристар тарафынан ҡотҡарыла. Ә зыян күреүселәрҙең өсөнсөһө - 54 йәшлек ирҙең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар иртәгәһенә генә таба. Билдәле булыуынса, Өфө туристары хәүефле участканы үттек тип, жилеттарын алдараҡ сискән була. Йылға икегә бүленгән урында дөрөҫ йүнәлеш алмау - күңелһеҙ осраҡҡа юл аса.

Яҙғы ташҡын мәлендә йылға ағымының тиҙлеге сәғәтенә ун биш саҡрымғаса етә. Көслө ағым, йылғаның икегә бүленеп, бәләкәй утрауҙар барлыҡҡа килтереүе катамарандарҙың түңкәрелеүенә килтерә лә инде. Билдәле булыуынса, йәкшәмбе Татарстандан килгән бер төркөм туристар ҙа бәләгә тарыған

Бәхеткә, уларҙың барыһы ла иҫән ҡала. Яр Саллы ҡалаһы ир-егеттәре әйтеүенсә, "Ләмәҙ йылғаһының көтөлмәгән боролоштарына әҙер булғандар.

Күрше республика вәкилдәре дүртенсе йыл Башҡортостан тәбиғәте ҡосағында экстремаль шарттарҙа йөҙөп ял итә. Үҙҙәре билдәләүенсә, хәүефле осраҡтар йыш булғылай. Йылғала көтөлмәгән хәлдәрҙән тәү сиратта ҡотҡарыу жилеты ярҙам итә. Шулай уҡ уяулыҡ һаҡлау.

Башҡортостан йылғалары магнит көсөндәй илдең төрлө төбәктәренән экстрим һөйөүселәрҙе үҙенә ылыҡтыра. Әммә таныш булмаған маршрутҡа әҙерлекһеҙ сығыу, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына сәйәхәткә ҡайҙа юлланыу хаҡында алдан хәбәр итмәү күп осраҡта аяныслы тамамлана. Уҙған йәкшәмбе Кесе Инйәр йылғаһында ике катамаран бәрелешеү сәбәпле, Санкт-Петербургтан килгән 33 йәшлек ҡатындың да ғүмере өҙөлгәйне. Ҡоро ергә сығарып, уға беренсе медицина ярҙам күрһәтеү ҙә һөҙөмтәһеҙ үтә.

Беҙҙең төркөм Айғыр сигендә лагерь төҙөгәйне. Бәлә шаһиты булырбыҙ тип уйламаныҡ та. Катамаранда ағымға ҡаршы йөҙөп килгән өс кеше ҡысҡырып ярҙамға саҡырҙы, ни күрәбеҙ - уларҙың янында ғына кәүҙә ағып килә. Беҙ уйлап та тормай, һыуға төштөк. Ике минут эсендә катамаранда зыян күреүселәргә барып еттек, тик һуң ине. Ҡатынды ҡотҡарып өлгөрмәнек.

Андрей Манютин, турист

Күңелһеҙ осраҡтарҙан һуң республика прокуратураһы туристарға йылғала ял ойоштороусылар тарафынан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеү-үтәлмәүен тикшерә башланы.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына сәйәхәт маршруты хаҡында алдан хәбәр итеү - мең бәләнән ҡотҡарыуы ихтимал. Белорет районы Исҡушты ауылы янында ҡотҡарыусыларҙың базаһы урынлашҡан. Пост урыны осраҡлы һайланмай, Ләмәҙ йылғаһының был участкаһын, хатта, тәжрибәле экстремалдар ҙа уңышлы үтә алмай

Ҡара йылға сиген үткәндә, катамарандар йыш эшлектән сыға, түңкәрелә. Һыуыҡ һыу, махсус кейемдә булмаған кешеләрҙең ғүмере өсөн юғары хәүеф тыуҙыра. 28 апрелдән генә ошондай биш осраҡ теркәлде, тиҫтәгә яҡын туристты үлем упҡынынан ҡотҡарҙыҡ. Күптәр бында бөтөнләй әҙерлекһеҙ килә шул, тейешле экипировкалары юҡ.

Сергей Носков, Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды бүлеге етәксеһе

Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә был участкала дежурлыҡ итә. Үҙҙәре палаткаларҙа йәшәй. Ошонда уҡ ялан кухняһы ла ойошторолған. Эштәре ҡатмарлы, улар экстрим һөйөүселәрҙең ғүмерҙәре өсөн яуаплы. Әммә һәр хәүефле участкала пост ҡуйып, күҙәтеү алып барыу мөмкин түгел. Ҡырағай туризм шарттарында ял итеү иһә күптәрҙең ҡулынан килмәй. Ишкәкселәр араһында эскән килеш сәфәргә сығыусылар ҙа осрай, ә был иң мөһим хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен инҡар итеү тигән һүҙ. Сәйәхәттә иң мөһиме айыҡ аҡыл һәм уяулыҡ. Тәбиғәт ҡанундары бит аяуһыҙ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.