Ростов өлкәһе Обливский районында төбәк-ара "Хәтер вахтаһы" эшен тамамланы. Тәүге тапҡыр 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының яу юлы буйлап ойошторолған ҡаҙыныу эштәрендә 41 яугирҙың һөйәктәре табылды. Быйыл эҙәрмәндәр, был төбәктә разведка ғына үткәрергә генә тейеш ине. Әммә ҡанлы һуғыш үткән майҙанда һөҙөмтә үҙен көттөрмәне. Яу яланында ҡалған был билдәһеҙ һалдаттар өсөн һуғыш 73 йылдан һуң ниһайәт, тамамланды.
Ә күпме яугир яҡташтарыбыҙ һуңғы төйәге һаман да Дон далалары. Батырҙарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү маҡсатында Волгоград һәм Ростов өлкәләре буйлап икенсе йыл инде автосәйәхәт үтә. Акция был төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштеребеҙ башланғысы менән ойошторола.
Үҫмер сағында ул оккупацияны күргән, үлем эргәһенән үткән, әммә еңеү шатлығын кисерергә яҙған. Обливская эргәһендәге Глухамановский утарында йәшәгән Вениамин Урустин шанлы йылдарҙың тере шаһиты. Һуғыш ваҡытында уға ни бары 14 йәш була. Уларҙың йортонда данлы 112-се башҡорт атлылар дивизияһы һалдаттары фатирға туҡтала. “Башҡортостан улдары беҙҙе оккупциянан азат итте, һуңғы телем икмәге менән бүлеште”, - тип хәтерләй Вениамин Георгиевич.
112-се башҡорт атлылар дивизияһы үткән һәр ауыл һәм ҡалала кавалеристар тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлана. Ростов өлкәһе Обливский районының Туған яҡты өйрәнеү музейында айырым экспонаттар уларға арналған, стенала дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың портреты. “Маҡсатыбыҙ - Ватан өсөн йәнен аямаған ҡаһармандарҙың исемен мәңгелләштереү”, - ти музей хеҙмәткәрҙәре.
Һуғыш кононадаһы тыныуға 73 йыл. Әммә беҙ һаман да Еңеү яҙын яҡынайтҡан һалдаттарҙы эҙләйбеҙ, уларҙың яҙмышын асыҡларға тырышабыҙ. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҡындары ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт табылыуын көтә. “Һәләк булған урыны билдәләнһә, ҡәберенә, кендек ҡаны тамған тыуған ер тупрағын, илтер инек”, тип ышана хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҡындары.
Автосәйәхәт Волгоградтан Аҡ Калитва ҡалаһына тиклем дауам итте. Беҙ ҡорос аттарҙа елдерҙек. Ә улар - ил азатлығы өсөн изге яуға сапҡан һалдаттар, ошо уҡ араны һыбай йәки йәйәүләп үткән... Өҫтәүенә, дошман авиацияһы өҙлөкһөҙ ҡурғаш ямғыры яуҙырған. Обливская, Тацинское станицалары, Морозовск ҡалаһында, эргә-тирәләге бәләкәй утарҙарҙа туғандар ҡәберлектәре күп... Мәрмәргә уйылған исемлектә башҡорт фамилиялары ла бихисап... Ә исемһеҙҙәре? Һуғыш үткән төбәктә ҡурай моңо ла һағышлыраҡ яңғырай.
79.9 һанлы бейеклек. 1943 йылдың ғинуарында стратегик әһәмиәттәге был нөктәлә 112 башҡорт атлы дивизияһының 34 яугиры нығына. Лейтенант Анаҡылыч Атаев етәкселек иткән взводҡа Төньяҡ донц йылғаһы аша күпергә дошманды үткәрмәҫкә тигән бурыс ҡуйыла. Ғүмерҙәре хаҡына командоваиеның бойороғо үтәлә. Атаевсылар үлемһеҙлеккә атлай.
Атаевсыларҙың тиңһеҙ батырлығын йәнә иҫкә алдыҡ. Башҡорт атлылар дивизияһы һалдаттарына ҡуйылған һәйкәл янында митинг үтте. Унда килеүселәр, хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең яҙмышын асыҡлау - йәш быуын өсөн изге аманат, тине.
Материал эфирға әҙерләнгәндә Обливский районындағы тәүге “Хәтер вахтаһы” һөҙөмтәләре лә билдәле булды. Эҙәрмәндәр Фроловка һәм Алексеевка утарҙары янында ятып ҡалған 41 яугирҙың һөйәктәрен күтәрҙе. Уларҙың 10-һының ғына исеме билдәле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан ҡалған донесениеларҙа был тирәлә 5-се танк армияһы мотоцикл полкы яугирҙарының да һәләк булыуы тураһында хәбәр ителә. Ә окоптар һәм бомба соҡорҙарында табылған 31 билдәһеҙ һалдаттың исемен асыҡлау буйынса эштәр башҡарырға кәрәк. Эҙәрмәндәр фаразлауынса улар 112-се башҡорт атлылар дивизияһыныҡы булыуы ихтимал.
Ҡаҙыныу барышында табылған партия билеты һәм һыу фляшкаһында яҙылған исемдәр Ватан һаҡсыларының тап Башҡортостан улдары булыуына ишаралай ти экспедиция ағзалары. Дон далаһында Ватан азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡылған 41 яугир өсөн һуғыш 73 йылдан һуң ниһәйәт тамамланды.





