Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә ремонт эштәренә әҙерлек башланды

Өфөлә Кадомцевтар урамында капиталь ремонтҡа әҙерлек эше башланды. Төҙөкләндереү « Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ. Капиталь ремонт Зорге урамы, 19/5 йортонан башлап Октябрь проспектына тиклем дауам итәсәк.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урам-юл селтәренең тағы ла 52 участкаһы юлдарҙы төҙөкләндереү картаһына индерелгән. Ремонт эштәре башҡарылған ваҡытта, ҡалала йәшәүселәр был уңайһыҙлыҡтарға аңлы ҡараһалар ине. Шулай уҡ, хәрәкәт итеү юлдарын алдан уҡ уйлап ҡуйыу мөһим.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың апрель айында ошо уҡ проект сиктәрендә Ҡулса һәм Космонавтар урамында төҙөкләндереү эштәре башланғайны.

Бар эштәрҙе ағымдағы йылдың октябрь айына тамамлау ҡаралған.