Өфөлә фотокүргәҙмәлә ҡатнашыр өсөн өлгөлө ғаилә парҙарын эҙләйҙәр

Башҡалала Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған фотопроект өҫтөндә эш башланды. Өфөлә йәшәүсе Ләйсән Мортазина илле йылдан ашыу бергә ғүмер иткән өлгөлө ғаилә парҙарын проектта ҡатнашырға саҡыра.

Фото №1 - Өфөлә фотокүргәҙмәлә ҡатнашыр өсөн өлгөлө ғаилә парҙарын эҙләйҙәр

Ләйсәндең «Инстаграмда» билдәләүенсә, проектта пенсия йәшендә осрашып, ғаилә ҡорған парҙар ҙа ҡатнаша ала. Сарала республиканың һәр төбәгенән ҡатнашырға мөмкин.

Билдәләп үтергә кәрәк, ойоштороласаҡ фотокүргәҙмә Ләйсән Мортазинаның тәүге проекты түгел. Быға тиклем ул «Республиканың 100 ҡатын-ҡыҙы» фотопроекты өҫтөндә эшләгәйне. Фотографы Хәлит Сафин булды.

Фотография: Интернет

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ