Республикала уҙған тәүлектә тәбиғәттә тиҫтәнән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән

Республика биләмәһендә ағымдағы йылдың башынан алып тәбиғәттә 74 ут сығыу осрағы теркәлә. Уҙған йылда был ваҡытҡа уларҙың һаны 69-ҙы тәшкил итә. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Фото №1 - Республикала уҙған тәүлектә тәбиғәттә тиҫтәнән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән

Космос мониторингы аша тәбиғәттә 11 ут сығыу осрағын асыҡлана. Шул сәбәпле, урында йәшәүселәрҙе иғтибарлы булырға саҡыралар. Тәбиғәт ҡосағында, баҡсаларҙа үләндәр һәм сүп-сар яғырға ярамай. Уттарҙы, шырпы һәм тәмәке төпсөктәрен һүндермәй, ташламаҫҡа.

Әгәрҙә янып ятҡан үлән күрһәгеҙ, үҙ көсөгөҙ менән утты һүндерергә тырышығыҙ.Йәки 01 телефон номерына шылтыратығыҙ. Әлеге ваҡытҡа республиканың 11 баҫыуында ут сығыу осрағы теркәлгән. Күгәрсен, Ғафури, Ишимбай, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарында сүп-сар, үләндәр яна.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ