Бөгөн Рәсәйҙә Радио көнө билдәләнә

Бөгөн, 7 май, радио хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. 1895 йылдың етенсе майында Санк-Петербург университетының физигы Александр Попов илдә тәүгеләрҙән булып радиосистемаһын халыҡ иғтибарына сығара.

Беҙҙең республикала тәүге радио сигналы 1927 йылдың етенсе ноябрендә барлыҡҡа килә, ә 1928 йылдың 1 авгусында тапшырыуҙар радиоэфирға сыға башлай. Ошо көн Башҡорт радиоһының тыуған көнө тип иҫәпләнә.

Бөгөн Башҡортостанда дүрт дәүләт радиостанциялары: «Спутник ФМ», «Юлдаш», «Ашҡаҙар», «Рәсәй-Башҡортостан» радиолары уңышлы эшләп килә.

Спутник FM –мәғлүмәти-музыкаль радиостанция. Уның филиалдары Бәләбәй, Учалы, Октябрьск, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Белорет ҡалаларында эшләй. Республикала 16 йыл дауамында халыҡты һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра.

Юлдаш радиоһы иһә халыҡты башҡорт телендә музыкаль, мәғлүмәти тапшырыуҙары менән ҡыуандыра. Көн һайын эфирға татар телендә лә ҡотлау тапшырыуҙары сыға.

Ашҡаҙар радиоһы эфирында башҡорт халыҡ йырҙары яңғырай, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән фәһемле әңгәмәләр ойошторола.

«Рәсәй- Башҡортостан» радиоһы башҡорт һәм рус телендә тиҫтәнән ашыу ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар әҙерләй. Башҡортостан радиоһы бар республика халҡы һөйөүөн яулауға өлгәшкән.