Нефтекамала суд приставтары хеҙмәткәрҙәргә йыйылған хеҙмәт аҡсаларын ҡайтарып алыуға өлгәшә. Нефтекама предприятиеларының береһендә эшселәргә ҡарата ике миллион һум күләмендә бурыс йыйыла. Ойошма етәксеһенә был хоҡуҡ боҙоу өсөн ҡаралған яуаплылыҡ тураһында иҫкәртәләр.
Республиканың Федераль суд приставтары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткәрҙәргә йыш ҡына хеҙмәт хаҡы тотҡарлана. Ағымдағы йылдың өс айында ғына суд приставтары 35 миллион һум күләмендә хеҙмәт хаҡын эшселәргә ҡайтарып бирергә ярҙам итә. Нефтекама предприятиеһына ҡарата 102 башҡарма эш ҡуҙғатыла.
Һөҙөмтәлә, предприятиела эшләүселәр биш көн эсендә үҙҙәренең хеҙмәт хаҡын ала. Эш хаҡы тулы күләмдә күсерелә.
Фото: Интернет




