Ошо көндәрҙә республикала ҡораллы енәйәтселәр төркөмө ҡулға алына. Билдәле булыуынса, был төркөм 2015 йылда ойошторола.
БР-ҙың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йылда Ишимбайҙа йәшәүсе ир ҡораллы төркөм булдыра. Ул был төркөмгә үҙенең 37 йәштән алып 44 йәшкәсә дүрт танышын йәлеп итә. Уларҙың барыһына ла ҡорал тапшырылғандан һуң, төркөм тарафынан енәйәт эштәре башҡарыла башлай. Стәрлетамаҡ һәм Ишимбай райондарында аҡса талауҙың, автомобилде ҡыуып алып китеүҙең бер нисә осрағы теркәлә. Енәйәтселәр яҡынса 600 000 һум күләмендә табыш ала.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бер нисә карабин һәм пистолет, шулай уҡ һуғыш припастарын тартып ала. Төркөмдө ойоштороусо һәм уның ағзалары ҡулға алынған, тиҙҙән улар хөкөм залында яуап тотасаҡ.




