Өфөлә урамдарында наркотиктарҙы рекламалаусы яҙыуҙар менән көрәш алып баралар

Ошо көндәрҙә башҡала урамдарында наркотик матдәләрҙе рекламалаусы яҙыуҙарҙы юҡ итеү маҡсатында сара ойошторолдо. Тәүҙә үҫмерҙәр тарафынан был рекламаларға анализ яһала, унан һуң яҙыуҙарҙы буяп ҡуялар.

Фото №1 - Өфөлә урамдарында наркотиктарҙы рекламалаусы яҙыуҙар менән көрәш алып баралар

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был сарала ирекмәндәр һәм «хәүеф төркөмөнә» ҡараған үҫмерҙәр ҡатнаша. Акцияла шулай уҡ 129-сы мәктәп уҡыусылары әүҙемлек күрһәтә. Улар биналарҙың тышҡы йөҙөн боҙоп китеүҙәре буйынса, был яҙыуҙарҙың кире йоғонтоһо хаҡында үҙ фекерҙәре менән бүлешә.

Сарала үҫмерҙәр бик әүҙем ҡатнаша. Улар наркотиктарҙың кеше организмына кире йоғонто яһауын яҡшы аңлай һәм шуға күрә, был яҙыуҙарҙы бөтөрөү акцияһында үҙ өлөшөн индерәләр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ