Республикала 9 майҙа дауаханаларҙың эш графигы билдәле булды

Шишәмбе, 8 май, поликлиника һәм дауаханаларҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡарасаҡ. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, 9 майҙа дауалау учреждениеларының хеҙмәтләндереүҙәре хаҡында һөйләнеләр. Еңеү көнөндә поликлиникалар сәғәт һигеҙҙә үҙ ишектәрен асасаҡ.

Табиптар сирлеләрҙе 16:00 сәғәткә тиклем ҡабул итәсәк. Ә табипты өйгә саҡырыу 15:00 сәғәткә тиклем ойоштороласаҡ .

Стационарҙарҙа дауаланыу өсөн резерв урындар ҡаралған. Байрам көнөндә тиҙ ярҙам һорап, теш табибына ла мөрәжәғәт итергә була.