Инаугурация тантанаһы

Бөгөн Кремлдә Владимир Путин 4-се тапҡыр Рәсәй Президенты вазифаһына аяҡ баҫты.

Фото №1 - Инаугурация тантанаһы

Тантана Кремль һарайында Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-лә үтте. Инаугурация барышын үҙәк телеканалдар тура эфирҙа күрһәтте. Ант биреү тантанаһы Кремль һарайының Андреев залында уҙған.

«Клянусь при осуществлении полномочий президента РФ уважать и охранять права и свободы человека и гражданина, соблюдать и защищать Конституцию РФ, защищать суверенитет и независимость, безопасность и целостность государства, верно служить народу».

Владимир Путин

Владимир Путиндың сәйәси карьераһында бөгөнгө инаугурация дүртенсеһе. Быйылғы Президент һайлауында Владимир Путин өсөн 56 миллион ярымға яҡын һайлаусы тауыш бирҙе. Үҙәк матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, инаугурацияла 5 меңләп кеше ҡатнашҡан. Тантаналы ваҡиғаға Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов саҡырылған. Сарала ҡатнашыусы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова тәьҫораттары менән телефон аша уртаҡлаша.

“Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе) Бөгөнгө тантанала биш меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Һәр төбәктән ҡунаҡтар килде, Башҡортостандан ундан ашыу кеше булды. Церемония ҡыҫҡа булһа ла бик төплө булды. Президент һүҙҙәрен бөтәһе лә оло ихтирам, оло иғтибар менән тыңланы.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ