Дмитрий Медведев Рәсәй хөкүмәте рәйесе вазифаһына тәҡдим ителде

Ил Конституцияһының айырым статьяларына таянып бөгөн Рәсәй президенты Владимир Путин, Дмитрий Медведевтың кандидатураһын хөкүмәт рәйесе вазифаһына тәғәйенләүҙе раҫлау өсөн Дәүләт Думаһына тәҡдим итте.

Парламент рәйесе Вячеслав Володин белдереүенсә, депутаттар хөкүмәт башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе буйынса тауыш биреүҙе 8 майҙа, пленар ултырышта үткәрә аласаҡ.