"Башҡортостан" теплоходы навигацияға июндә сыға. Әле уны төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Судноларҙы ремонтлау-төҙөү заводы һәм "Өфө" йылға порты ҡарамағында быйыл ҡырҡҡа яҡын транспорт иҫәпләнә, уларҙың 80 проценты йөк ташыуға йүнәлтелгән.
Теплоход һәм баржаларҙы ремонтлау процессын хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте
Судноларҙы ремонтлау-төҙөү заводы биләмәһендә 40-ҡа яҡын теплоход, баржа техник тикшереү үтә. Күбеһендә яҙғы төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Былтыр йылға транспорты ярҙамында 500 мең тонна йөк ташылһа, быйыл был күрһәткес тағы ла ике йөҙ меңгә күберәк булыр тип көтөлә. Ни тиһәң дә, өҫтәмә өс судно ебәрелә.
"Окский-66" теплоходы алты йыл эсендә беренсегә навигацияға сығасаҡ. Уның йөк ташыу мөмкинлеге юғары - ике мең тонна тәшкил итә. Һуңғы айҙарҙа судноның баржа-буксир составы корпустарын тергеҙеү буйынса эштәр алып барылған, капиталь ремонт барышында энергия ҡоролмалары ла яңыртыла. Был йылға транспорты башлыса ваҡ таш ташыу өсөн ҡулайлаштырылған,сеймал илдең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан күлдәрҙән алынасаҡ. Теплоход капитаны Илһам Солтанов Рәсәй йылғалары буйлап утыҙынсы йыл гиҙә, бында ул ғаиләһе менән бергә эшләй. Ҡатыны ашнаҡсы. Быйыл оло сәфәргә улар май аҙағында сыға.
Урында эш ҡулдарына ҡытлыҡ юҡ. Һәр йылға транспортын тергеҙеү, төҙөкләндереүҙә тиҫтәләп кеше ҡатнаша. Шәхси состав өсөн уҡыуҙар ҙа ойошторолған, квалификация күтәреү буйынса курстар үтә. Әйткәндәй, бөгөн завод "Өфө" йылға порты менән берлектә эшмәкәрлек алып бара.
Быйыл йөк ташыу буйынса эш күләме ҙур, тимәк, өмөттәр ҙә аҡланасаҡ. Иң мөһиме навигация уңышлы барһын.
Әлеге мәлдә пассажирҙарҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән суднолар ремонтлана. Легендар "Башҡортостан" теплоходы ла тиҙҙән Ағиҙел, Кама һәм Волга йылғалары буйлап сәйәхәткә сығасаҡ. Уның тиҙлеге сәғәтенә 20 саҡрымғаса етә.
Судноны төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында, әйткәндәй, яңыраҡ уның милексеһе үҙгәргән. Шулай ҙа теплоходтың эшмәкәрлек йүнәлеше шул уҡ ҡала, алдағы йылдарҙа республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн хеҙмәтләндереү алып барыласаҡ.
Башҡа пассажир ташыусы теплоходтарға килгәндә, әлегә уларҙы республика йылғалары буйлап ебәреү өсөн лицензия алыуға документтар әҙерләнә. Тиҙҙән йылға транспортында йөрөргә яратыусылар Ағиҙел гиҙеп, баш ҡала матурлығы менән танышасаҡ.




