Максим Горький ауылындағы "Шәфҡәтлелек" интернат-йорто янына улар Бөйөк Еңеүҙең 73-сө йыллығына арнап алмағас үҫентеләре ултыртты. Социаль учреждениела ҡарауһыҙ ҡалған өлкәндәр, инвалидтар йәшәй. Еңеү байрамы алдынан улар йәшлек йылдарын иҫкә алды, радио хеҙмәткәрҙәре ағас ултыртып ҡына ҡалманы, концерт ҡуйҙы, бүләктәр таратты.
Әхмәтзыя Ғабдулла улына хәрби хеҙмәтен үтәгәндә немец әсирҙәрен һаҡларға тура килгән. Артабан Стәрлетамаҡта заводта эшләгән. Тормош иптәше менән ете балаға ғүмер биргән. Әммә олоғайған көндәрен социаль приютта үткәрергә тура килә. Күреү һәләтен юғалтҡан Мария Петровна менән бер бүлмәлә йәшәйҙәр.
Архангел районының Максим Горький ауылындағы "Шәфҡәтлелек" интернат-йортона бер кем дә еңел тормоштан килеп эләкмәгән. Олоғайғас ҡарауһыҙ ҡалған һуғыш осоро балалары, инвалидтар - бөтәһе 120 нән ашыу кеше бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер итә. Сир арҡаһында һуҡыр ҡалған Людмила Королькова бында ла яратҡан шөғөлөннән айырылмай. Бөтөнләй күрмәһә лә, күҙҙең яуын алырлыҡ япмалар килеп сыға. Бөгөн приютта айырыуса йәнлелек күҙәтелә. Уларға күптән көтөлгән ҡунаҡтар килде. Тауыштары аша ғына ишетеп белгән, әммә шул тиклем дә яҡын кешеләр - "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре.
Был ябай алмағастар түгел, ә "Еңеү алмағастары". Егеттәр шаяртыуынса, ғәҙәттә, микрофон алдында ғына эшләһәләр ҙә, радио акция ойошторған һайын ағас ултырталар, ә баҡсасылыҡ серҙәренә "Иртәнсәккәй тороп" программаһында бергәләп төшөнәләр. Сөнки девиздары -"Беҙ бергә!"
Ярты сәғәт эсендә эш теүәлләнде. Интернат-йорт янына Кушнаренко селекция үҙәгенән килтерелгән "Башкирская красавица", "Антоновка", Бүләк" сортлы утыҙ төп алмағас үҫәсәк.
Акция артабан сәхнәлә дауам иттте. Интернаттың тамашалар залында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Күңел йылыһына һыуһағандар өсөн радиола эшләүселәр концерт ойошторҙо. Берсә дәртле, берсә һағышлы йырҙар яңғыраны. Өфөнән килгән ҡунаҡтар бүләктәр ҙә таратты.




