Хәтерҙе яңыртып

"Толпар" балалар шифаханаһында ла 9 май байрамы алдынан төрлө саралар ойошторола. Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары иҫтәлегенә бинаға мемориаль таҡтаташ беркетелде. Шишмә районында урынлашҡан шифахана биләмәһендә таҡтаташ асыу осраҡлы түгел. 1443-1945 йылдарҙа бында госпиталь була..

Фото №1 - Хәтерҙе яңыртып

Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған йөҙәрләгән ҡыҙҙар-малайҙарҙың иртәһе бөгөн ғәҙәти башланманы. Улар шифахана алдында таҡтаташ асыу тантанаһының шаһиты булды. Һәр бер ял итеүсе өсөн был иҫтәлекле, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс ваҡиға, сөнки ҡәһәрле һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында биләмәлә эвакуация госпитале урынлашыуы күптән мәғлүм булһа ла, шифахана етәкселеге архив эштәренең аҙағына быйыл ғына сыға.

1943-45 йылдарҙа бында эвакуация госпитале булған. Архив эштәре быйыл ғына тамамланды һәм беҙ тулы мәғлүмәт алдыҡ.

Фәрит Хисамов, "Толпар" шифаханаһының баш табибы

Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, һуғыш йылдарында Башҡорт автономиялы Совет Социалистик Республикаһы биләмәһендә 58 эвакуация госпитале эшләй. Улар район, ҡала дауаханаларында, шифаханаларҙа, мәктәптәрҙә урынлаштырыла. Табиптар күҙәтеүенән 250 меңгә яҡын яралы һәм сирле үтә. Таҡтаташты асыу тантанаһында эҙәрмән отрядтары, ветерандар ҡатнашты. Үҙҙәренең сығышында улар хәбәрһеҙ юғалған, яу яланында башын һалған яугирҙарҙың исемдәрен асыҡлау өҫтөндә эшләүе тураһында һөйләне.

1942 йылдың 5 декабрендә Шишмә станцияһына ике саҡрым ҡалғас ике санитар поезд ҡатнашлығында авария була. Шундағы янғында 42 кеше янып үлә. Был турала материалдар миндә ике том. Әммә вафат булғандарҙың исемдәрен бер-нисек тә асыҡлай алмайым.

Зиннур Усеев, Шишмә районының ветерандар советы рәйесе урынбаҫары

Таҡтаташты "Любизар" хәрби-тарихи клуб ағзалары әҙерләй. Эшкә апрель аҙағында ғына тотоноуҙарына ҡарамаҫтан, Бөйөк Еңеү көнөнә өлгөртәләр.

Артабан байрамды ҡыҙҙар-малайҙар ҡатнашлығындағы концерт дауам итте. Һәр отряд шиғыр, йыр-бейеү тәҡдим итте. Күптәре һуғышта ҡатнашҡан олатайҙары тураһында һөйләне.

Йәш быуын Бөйөк Еңеүҙең ниндәй юғалтыуҙар менән яуланыуын белеп үҫергә тейеш. Шифахана етәкселеге әйтеүенсә, 9 май байрамдарын бында уҙғарған малай-ҡыҙҙарҙа Ватанға һөйөү тәрбиәләү, үткәндәргә битараф булмау өсөн барлыҡ саралар күрелә.

9 май байрамында шифаханала ҡыҙҙар-малайҙар "Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнаша.Бөйөк еңеү көнөндә шулай уҡ Зарница уйыны, һуғыш темаһына фильмдар күрһәтеү, осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.

Башбат

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ