Стәрлетамаҡ районы билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй оҫталыҡ турнирын ҡабул итте. Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған ярышта илдең төрлө төбәктәренән, хатта Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенән дә вәкилдәр ҡатнашты. Ә инде донъя чемпиондарының сығыш яһауы бәйгенең мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе.
Ярыш "Стәрлетамаҡ-Арена" спорт һарайында үтте. Турнирҙы асыу тантанаһына Бөйөк Ватан һуғыш ветерандары, шулай уҡ Рәсәй геройҙары саҡырылды. Улар көрәшселәргә йәрәхәттәр алмайынса, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙәрен теләне. Еңеү көнөнә арналған Бөтә Рәсәй оҫталыҡ бәйгеһендә быйыл илдең тиҫтәнән ашыу төбәгенән һәм сит илдәрҙән 150-гә яҡын спортсы сығыш яһаны. Алыштар бер юлы ике келәмдә дауам итте. Ир-егеттәр менән бер рәттән, ҡытын-ҡыҙҙар ҙа үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Бер үк ваҡытта тәжрибәле көрәшселәр был ярышты күнекмә итеп тә ҡабул итте. Сөнки киләһе аҙнала Салауат ҡалаһында билбау көрәше буйынса Рәсәй Кубогы үтә. Унда Башҡортостан данын башлыса Стәрлетамаҡта уҙған турнир еңеүселәре яҡлаясаҡ. Бынан тыш, Бөйөк Еңеүгә арналған бәйге чемпиондары билбау көрәше буйынса спорт мастерлығы нормативын үтәне.




