Суд приставтары 1-се төркөм инвалидының пенсияһынан бурыс өсөн аҡса тотоп алып ҡалған.
Рәшит Сәми улы апрель айында пенсияһының яртыһын ғына ала. 1-се төркөм инвалиды яман шеш ауырыуынан интегә. Элек ул шәхси һаҡ ойошмаһын етәкләгән. Ауыр сир арҡаһында ҡасандыр алған кредитын ҡайтара алмай башлаған. Ошо һәм башҡа сәбәптәр иҫәпкә алынып ул былтыр Арбитраж суд ҡарары менән банкорт пенсионер тип танылған булған.
Кәрәкле инстанцияларға мөрәжәғәт иткәс кенә Рәшит Бәшировтан суд приставы ғәфү үтенде һәм сумманы кире ҡайтарасаҡтары тураһында белдерҙе.




