Благовещен районының Богородский ауылында йәшәүсе Зыянуровтар ярҙамға мохтаж

Күптән түгел биш балалы ғаиләнең йорто янып, улар ҡыйыҡһыҙ тороп ҡала. "Әсәлек капиталы"на төҙөлгән йорт урынында бөгөн көл-күмер генә. Береһенән-береһе бәләкәй балалары менән йәш ғаилә артабан ҡайҙа йәшәргә барырға ла белмәй, улар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.

Фото №1 - Благовещен районының Богородский ауылында йәшәүсе Зыянуровтар ярҙамға мохтаж

Йылдар буйы йыйған мөлкәтте аяуһыҙ ут һанаулы минуттар эсендә юҡҡа сығара. Көнкүреш техникаһы, документтар барыһы ла көлгә әйләнә. Балаларын күршегә ҡалдырып, үҙе дауаханала ятҡан әсәһенә юлланған ханымдың ҡайтыуына бер нәмә лә ҡалмай. Биш бала әсәһе был хәлгә һаман да ышана алмай.

Был хәбәрҙе ишеткәс тә ҡайтырға ашыҡтым. Ҡыҙғанысҡа, бер нимә лә эшләп өлгөрмәнек, аш-һыу бүлмәһенән ут бәреп сыҡҡан ине. Кеҫәмдә үҙем менән алған паспортым ғына ҡалды. Ярай балаларым иҫән-һау.

Гүзәлиә Зыянурова, зыян күреүсе

Эксперттар асыҡлауынса, ғәҙәттән тыш хәл яңы һыуытҡыстан сыға. Ут өй эргәһендә урынлашҡан гаражды ла ялмап ала. Көслө ел һөҙөмтәһендә ялҡын артабан мунсаға, һарайға ла күсеп өлгөрә. Әммә зыян күреүселәргә күршеләре ярҙамға килә. Бөгөн ғаилә береһенән-береһе бәләкәй балалары менән өләсәләренә һыйынырға мәжбүр.

Бер карауатта 4-5 бала йоҡлай. Сығара алмайым бит инде, бөтәһе лә үҙемдең ейәндәрем. Дауахананан ҡайтып торам әле. Балаларға ярҙам кәрәк.

Фәнүзә Кирамова, Гүзәлиә Зыянурованың әсәһе

Әле ғаилә башлығы аҡса эшләү маҡсатында эшкә сығып киткән. Әммә яңғыҙы тапҡан аҡса биш баланы ҡарауға, йорт һалып сығыуға етмәй. Шуға ла Зыянуровтар ғаиләһе мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. 639002069086118054 банк иҫәбенә матди ярҙам күсереп зыян күреүселәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға һеҙ ҙә булышлыҡ итә алаһығыҙ.

Башбат

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ