Урмандар яна

Һауа температураһы күтәрелеү сәбәпле, республиканың ҡайһы бер райондарында өсөнсө класс янғын хәүефе билдәләнде.

Фото №1 - Урмандар яна

Бер тәүлек эсендә генә урманда алты ут сығыу осрағы теркәлгән. Иң ҙур зыян күргән биләмә - Йылайыр районының Кананикольский участка урмансылығы. Унда 24 гектар майҙанда янғынды һүндереү эштәре башҡарыла.

Шулай уҡ быйыл Әлшәй, Учалы, Стәрлетамаҡ райондары йәшел ҡалҡаны ла өлөшләтә ут эсендә ҡалған. Авиация ярҙамында урман фондында күҙәтеүҙең ойошторолоуы - бәләне ваҡытында асыҡларға ярҙам иткән.

Йыл башынан 14 урманда янғын теркәлде. Яныу участогы бөтәһе 78 гектар тәшкил итә. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға әҙерәк. Янғын сәбәбе булып, йыш осраҡта, халыҡтың тәбиғәткә битарафлығы.

Арыҫлан Мырҙагилдин, Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ