Өфө дәүләт авиация техник университеты ил халҡы менән бергә Еңеү көнөн ҡаршылай.
Бөгөн уҡыу йортонда Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған тантаналы саралар үтте. Байрамға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, уҡытыусылар һәм студенттар саҡырылды. Университет алдындағы майҙанға йыйылыусыларҙы уҡыу йорто етәкселеге тәбрикләне. Сығыш яһаусылар һуғышта ҡатнашҡан күп кенә яугирҙарҙың ваҡытында тап ошо ВУЗ-да белем алыуын билдәләне. Улар араһында республика йәмәғәтселегенә яҡшы таныш Марат Муллағәләмов та бар.
1974 йылдың 7 майында уҡыу йорто алдындағы майҙанға МиГ-19 истребителе урынлаштырылған. Шуға ла был көн университет өсөн һәр ваҡыт изге һанала. Тантаналы сарала ҡатнашыусылар артабан һуғышта һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә асылған мемориалға сәскәләр һалды. Шулай уҡ сараға килеүселәр ҡулдарына ата-бабаларының фотоһүрәттәрен тотоп "Үлемһеҙ полк" акцияһына ла ҡушылды. Бынан тыш, хәрби уҡыу үҙәге курсанттары һәм хәрби кафедра студентары тантаналы марш менән тигеҙ сафтарҙа атлап үтте. Байрам тамашаһы үҙешмәкәр студент коллективтарының концерт номерҙары һәм хәрби-спорт эстафетаһы менән тамамланды.




