Борай районының Боҫтанай ауылы халҡы дөйөм көс менән Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яҡташтары хөрмәтенә таҡтаташ асырға әҙерләнә. Обелискты төҙөү башланғысы былтыр үткән "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамында күтәрелә. Изге ниәтте ауыл халҡы бер тауыштан хуплай. Күп тә үтмәй кәрәкле сумма ла йыйыла.
Сығымдың ҙур өлөшөн Боҫтанайҙа тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта сит тарафтарҙа йәшәүсе ауылдаштары индергән.
Дәһшәтле һуғыш йылдарында ауылда ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-саға ғына ҡала. Ҡулдарына ҡорал тоторлоҡтары фронтҡа алына. Бәләкәй генә Боҫтанайҙан 167 ир-егет ил азатлығы өсөн яуға сыға. Уларҙың 54-енә генә тыуған яҡтарына иҫән ҡайтыу бәхете тейә. Беҙ уларҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға тейешбеҙ, ти ауылда йәшәүселәр.




