Еңеү байрамы айҡанлы һуғыш ветерандары ун мең һум күләмендә матди ярҙам аласаҡ

Бөйөк Еңеү байрамы айҡанлы һуғыш ветерандары һәм инвалидтары матди ярҙам аласаҡ. 7 майҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин ошондай указға ҡул ҡуйҙы. Түләү күләме- ун мең һум тәшкил итә.

Фото №1 - Еңеү байрамы айҡанлы һуғыш ветерандары ун мең һум күләмендә матди ярҙам аласаҡ

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, матди ярҙамды барлығы 102 мең 814 кеше- Рәсәй, Эстония, Литва һәм Латвия граждандары аласаҡ. Түләүҙәр дәүләт ҡаҙнаһынан ҡаралған. Сит илдәргә күсереүҙе һәм тапшырыуҙы иҫәпкә алып, яҡынса 1,034 миллиард һум аҡса бүленәсәк, тип хәбәр итә «Интерфакс».

Рәсәйҙә матди ярҙам Пенсия фонды тарафынан түләнәсәк.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ