Өфөлә йорттарға йылылыҡ биреү туҡтатыла

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән йорттарға йылылыҡ биреү туҡтатыласаҡ. 9 май йорттар йылылыҡ менән тәьмин ителһә, 10 май иһә йылы биреү туҡтатыласаҡ.

Фото №1 - Өфөлә йорттарға йылылыҡ биреү туҡтатыла

Өфө ҡала хакимиәте белдереүенсә, тышта һауа температураһы +8 градусҡа тиклем йылытҡанда, йорттарға йылылыҡ биреү туҡтатыла. Ошондай һауа температураһы биш көн дауамында һаҡланырға тейеш. Быйылғы йылдың һауа шарттарының тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле, йылытыу миҙгеле бер нисә көнгә һуҙылды.

2017 йылда яҡынса ошо уҡ ваҡытта йорттарға йылылыҡ биреү туҡтатыла, ә 2016 йылда- йылытыу миҙгеле 30 апрелдә ябыла.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ