Кеше малын урлап һатып, байып булмай

Баймаҡ районында йылҡы урлау буйынса енәйәт эше асыҡлана. Бур үҙ йылҡыларынан тыш, ҡырҙан урланған кеше аттарын һатҡан.

Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 61 ир үҙ хужалығында тәрбиәләнгән йылҡыларын яңы эш башлаған фермерға һата. Бынан һуң, ғәйепләнеүсе ирекле көтөүҙә йөрөгән ете баш ат урлап, фермерға һатып, аҡса эшләй.

Ҡулға алыныусы үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тиҙҙән аттар хужаһына ҡайтарыласаҡ.

Фото: Интернет