Ухтомская урамында урынлашҡан 101-се мәктәп янында яңы юл билдәһе ҡуйыла. Быға тиклем, водителдәргә һәм йәйәүлеләргә юл ситенә ҡуйылған автомобилдәр алдағы йүнәлеште күреү мөмкинлеген ҡаплай. Шуға күрә, урындағылар был ергә яңы билдә ҡуйыуын һорайҙар.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Туҡталыш тыйыла» билдәһе «Эвакуатор эшләй» тамғаһы менән урынлаштырылды. Юл ситенә ҡалдырылған автомобилдәр юлды үтеүселәргә күреү мөмкинлеген ҡаплаған була. Был иһә юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе.
Өфөлә йәшәүселәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәлерен үтәргә саҡыралар. Шулай уҡ, билдәләргә иғтибар бүлергә кәрәк. Айырыуса, мәғариф учреждениелары янында балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим.




