Совет районында металл гараждарҙың хужаларын эҙләү дауам итә. Тимер гараждарға рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған осраҡта, объект һүтеләсәк.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Совет районында урынлашҡан тимер гараждар хужаларын эҙләйҙәр. Атап әйткәндә, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 26/1, 8-се март, 14 һәм Әй урамы, 79/1 адресы буйынса урынлашҡан гараждарҙың тейешле документтары тикшерелә.
Рөхсәт ҡағыҙҙарын Совет районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлегенә тапшырыу кәрәк. Адресы: Революция урамы, 111, каб. 109в. Документтар булмаған осраҡта, гараждар һүтеләсәк.
Фото: Интернет




