Республикала 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһының иң күләмлеһе башҡалала үтәсәк. Меңәрләгән кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм тыл ветерандары фотоһүрәттәре менән башҡала урамдарынан уҙасаҡ. Уҙған йылда был акцияла яҡынса 53 мең кеше ҡатнаша. Быйыл акция нисек үтәсәген Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтәсәк.
Иртәгә, 9 май, башҡалала «Үлемһеҙ полк» акцияһы үтәсәк. Сара сәғәт ун икелә Октябрь проспектының«Спорт» туҡталышынан башлана. Сәғәт ундан икегә тиклем проспект буйлап автомобилдәрҙә хәрәкәт итеү тыйыла.
Ошо уҡ ваҡыт арауығында 1-се, 13-сө, 13к һәм 22-се һанлы троллейбустар йөрөмәйәсәк. Автобустар иһә был урынды Рәсәй һәм Комсомол урамдары аша урап уҙасаҡ.




