Мәләүез районында уғрылыҡ буйынса енәйәт эше асыҡлана. Хужаларҙың өйҙә булмауын ҡулланып, егет лом, фляга, кер йыуыу машинаһын, шулай уҡ бойҙай урлай.
Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, полицияға урында йәшәүселәр мөрәжәғәт итә. Улар, йорттарынан әйберҙәр юғалыуы хаҡында хәбәр итә. Тиҙҙән, уғрылыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеп, 18 йәшлек егет ҡулға алына. Егет һөйләүенсә, ул таныштарының йортона килә. Улар өйҙә булмағас, мунсаға инеп, лом, алюмин флягалар, кер йыуыу машинаһын һәм бойҙай урлап алып сыға.
Урланған әйберҙәрҙе егет һатып өлгөрмәй. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ул ҡулға алына. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Фото: Интернет




