Кисә кис Түбәнге Аллағыуат ауылында ағас йортта янғын сыға.
Өфө ваҡыты менән 23:24 сәғәттә янғын тураһында мәғлүмәт алына. Ваҡиға урынында янғын һүндереүселәр эшләй. Янғын 01:08 сәғәттә һүндерелә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғында ир кешенең кәүҙәһе табыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Интернет




