Башҡалала Еңеү көнө айҡанлы сәскәләр ултыртылды

Ошо көндәрҙә Өфөлә сәскәләр ултыртылды. Был төҙөкләндереү эше байрам саралары уҙасаҡ майҙандарҙа ойошторолдо.

Фото №1 - Башҡалала Еңеү көнө айҡанлы сәскәләр ултыртылды

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Еңеү Паркында яҡынса алтмыш мең төп петуния, бәрхәт, сальвия һәм башҡа төр сәскә үҫентеләре ултыртыла. Объекттарҙа төҙөкләндереү эшенә 235 кеше йәлеп ителгән.

Йола буйынса, миҙгел башында тәүге тапҡыр сәскәләр Еңеү байрамы алдынан ултыртыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл бер миллион төп бер йыллыҡ сәскәләр ултыртыу күҙаллана.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ