Башҡортостанда Рамаҙан айында саҙаҡа биреү күләме билдәләнде

Башҡортостандың мосолмандар диниә назаратында Рамаҙан айында саҙаҡа биреү күләме билдәләнде. Мәғлүм булыуынса, Изге Рамаҙан айы 16 майҙа башлана. Ә Ураҙа байрам 15 июнь көнө билдәләнәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда Рамаҙан айында саҙаҡа биреү күләме билдәләнде

Рамаҙан айында һәр мосолман кешеһе аҙ тәьмин ителгәндәргә, ярлыларға, етемдәргә ярҙам күрһәтергә бурыслы. Билдәләнеүенсә, һәр ғаилә ағзаһынан кәмендә 50 һум, урта хәллеләр- 150 һум, хәллеләр- 300 һум күләмендә фитыр саҙаҡаһы түләргә тейеш.

Изге Рамаҙан айында бер көн ураҙа тота алмағаны өсөн мосолман кеше 180 һум күләмендә фиҙиә бирергә бурыслы. Тулы айҙы ҡалдырған осраҡта, был һан 5400 һумды тәшкил итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ