Республикала ҡырау төшөүө ихтимал

Башҡортостанда 10-11 май көндәре төндә һәм иртәнге ваҡытта ҡырау төшөүө һәм һауа температураһының 2 градусҡаса һалҡынайыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Фото №1 - Республикала ҡырау төшөүө ихтимал

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, республиканың төньяғында ҡырау төшөүө ихтимал. Төндә һәм иртән 10, 11 май көндәре һауа температураһы 0, -2° күрһәтәсәк.

Ҡырау төшөү яңы ҡалҡып килгән ауыл хужалығы үҫентеләре өсөн ҡурҡыныс. Үҫентеләрҙе һаҡлап алып ҡалыу өсөн уларҙың өҫтөн ҡаплау мөһим.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ