Башҡортостанда йорт һалыуға йүнәлтелгән субсидияны законһыҙ рәүештә алыуҙа ғәйепләнгән ир яуап тотасаҡ

Федоровка районында 36 йәшлек ир мутлашыуҙа ғәйепләнә. Ул йорт һалыуға йүнәлтелгән субсидияны законһыҙ рәүештә ала.

Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йылда ир хакимиәткә йорт төҙөлөшөнә субсидия юллау буйынса мөрәжәғәт итә. Ул эшкә урынлашыу буйынса ялған документ тапшыра. Хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән ойошма уның туғанының фирмаһы булып сыға.

Һөҙөмтәлә, ир 700 мең һум күләмендә матди ярҙам ала. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный, килтерелгән зыян күләмен өлөшләтә ҡаплай. Енәйәт эше судҡа тапшырыла.

Фото: Интернет