Был турала бөгөн Республика Башлығы Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы ултырышта белдерҙе. Сараға һуғыш һәм тыл ветерандары, төрлө министрлыҡ- ведомство етәкселәре, депутаттар саҡырылды.
Быйыл Бөйөк Еңеүгә 73 йыл, әммә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, һуғыш шаңдауы онотолмай, һәр ғаиләнең был дәһшәтле йылдар менән бәйле үҙ тарихы бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыштың тере шаһиты булған сал сәсле ҡаһармандарыбыҙҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара, был еңеү яҙын беҙҙең менән бергә 1 мең 210 яугир ҡаршылай.
Фойела дәртле музыкаға миҙалдар сыңы ҡушыла. Ошо көй аҫтында кәүҙәләрен тура тоторға тырышып сал сәсле ветерандар атлай. Уларҙың һәр береһе дәһшәтле йылдарҙың тере шаһиты. Сафтың йылдан-йыл һирәгәйә барыуы ғына ҡыҙғаныс. 17-18 йәштә генә фронтҡа алынған егеттәр ҙә хәҙер йөҙөнсө тиҫтәһен ваҡлай. Улар күкрәгендәге наградалар артында дошмандарҙан азат-ителгән йөҙҙәрсә ауыл-ҡала, меңдәрсә кеше яҙмыштары ята. Орден-миҙалдар ҡан ҡойоп, ҡаты тән һәм йән яралары, юғалтыуҙар менән яулап алынған.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Рәсәй халҡының Бөйөк Еңеү көнөнән дә олораҡ һәм ҡәҙерлерәк байрамы юҡ. Был ғәрәсәтле йылдарҙа Башҡортостан фронтҡа 700 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙын оҙата, уларҙың һәр икенсеһе тиерлек яу ҡырында ятып ҡала. Бер көндә ике "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены менән бүләкләнгән Муса Гәрәев, кәүҙәһе менән амбразураны ҡаплаған Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, уларҙың батырлығын һуғыш мәлендә тағы 400 һалдат ҡабатлай. Башҡортостан үҙ улдары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Бөгөн беҙҙең төп бурыс яу һәм тыл ҡаһармандарына лайыҡлы тормош шарттары тыуҙырыу, йәш быуынды ҡаһармандар миҫалында илһөйәр итеп тәрбиәләү, тине Республика Башлығы.
Еңеү байрамының бер күҙенән шатлыҡ, икенсеһенән ҡанлы йәштәр тама. Ветерандар был көндә 45-тең сыуаҡ яҙын, яуҙа һәләк булған дуҫтарын иҫкә ала. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, дәһшәтле йылдар онотолмай, барыһы ла бөгөнгөләй күҙ алдында, ти еңеү һалдаттары.
Һуғыш һуңғы һалдаттың һөйәктәре ер ҡуйынына тапшырылғанға тиклем дауам итә тиҙәр. Бөйөк Еңеүгә 73 йыл тулыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандан ғына 100 меңдән ашыу яугирҙың ерләнгән урыны асыҡланмаған. Эҙәрмәндәр отрядтары һуңғы йылдарҙа 15 мең тирәһе яҡташыбыҙҙы тыуған төйәгенә тапшырған, былтыр ғына йөҙҙөн ашыу. Май айында тағы 5 ҡаһармандың һөйәктәре Башҡортостанға алып ҡайтыла. Эҙәрмәндәр отрядтары яу яланында хәрби ҡоралдарға ла, шәхси әйберҙәргә лә юлыға. Мәҫәлән, ошо касканы дошман пуляһы үтәнән-үтә тишеп сыҡҡан.
Еңеү өсөн көрәш фронтта ла, тылда ла бара. Башҡортостанға 120 завод күсерелә, Өфө нефть эшкәртеү заводы хәрби техника өсөн юғары сифатлы яғыулыҡ етештергән берҙән-бер предприятие була. Беҙҙә урынлашҡан ундан ашыу госпиталь 250 меңдән ашыу яралы һалдатты ҡабул итә. Халыҡ бөтәһе лә фронт, бөтәһе лә еңеү өсөн тигән берҙәм девиз менән йәшәй.
Сәхнәлә һуғыш йырҙары яңғырай, ә ветерандарҙың күҙҙәрендә йәш. Башҡаса мөмкин түгел. Еңеүҙең хаҡы бик юғары, ул кеше ғүмерҙәре менән иҫәпләнә. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, һуғыш хәтирәләре һәр бер ғаиләлә йәшәй, ул күңелдәрҙән шиғыр юлдары булып урғыла, көй булып ағыла, әҙәби әҫәр йәки фильм булып донъя күрә. Беҙҙең был тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ, бөгөнгө тыныс тормош өсөн оло рәхмәт йөҙөнән.




