Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡәнәфер сәскәләрен һалды. Тантана Өфөнөң "Еңеү паркы"нда уҙҙы. Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индереп, яу яланында башын һалған һалдаттарҙы улар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Осрашыуға хаҡлы ялдағы хеҙмәткәрҙәр ҙә саҡырылды. Ветерандар йәш белгестәр алдында сығыш яһап, уларҙы байрам менән ҡотланы. 9 майҙа автоинспекция хеҙмәткәрҙәре оло быуын вәкилдәренә юл аша сығырға ярҙам итәсәк. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ветерандарға иғтибар байрам даими күрһәтелә.




