Өфө биш диңгеҙ портына әйләнә

Баш ҡалаға һуңғы ете йыл эсендә тәүге танкер килде. "БашВолгатанкер" судоход компанияһы судноһы нефть ташый. Быға тиклем ҙур суднолар Ағиҙелдең тамағына ғына килә ала ине. Йылға төбөн тәрәнәйтеү эштәре һәм мул һыу йылға- диңгеҙ класлы транспортҡа нефть эшкәртеү заводына тиклем етеү мөмкинлеге биргән. 4 мең тоннанан ашыу нефтте судно бер-нисә диңгеҙ аша Кавказ портына илтәсәк.

Фото №1 - Өфө биш диңгеҙ портына әйләнә

Танкерҙың алғы йөҙөндә СССР тамғаһы. Йылға буйында урынлашҡан сәнәғәт предприятиеларын диңгеҙ аръяғы менән тоташтырыусы судно үҙ маҡсатына 21-се быуатта ла тоғро. Танкер ярҙамында 40 йылдан ашы ҙур күләмдә йөк ташыла. Ә Өфөлә ул һуңғы ете йыл эсендә тәүге тапҡыр.Сөнки Ағиҙел йылдан-йыл һайыға, бындай ҙур судноға баш ҡалаға тиклем үк килеп етеү мөмкинлеге юҡ.

Шаршылар бар, Ағиҙел әлбиттә, тарыраҡ, һайыраҡ ерҙәре осрай. Йөк менән Камаға, Иҙелгә артабан Дон аша Азов ,Ҡара һәм Балтик диңгеҙҙәренә сығырға йыйынабыҙ .

Марат Баһауетдинов, танкер капитаны

"БашВолгатанкер" компанияһының йылға- диңгеҙ класлы судноһы нефть ташый. Иҙел-Дон һыу бассейны аша ул Кавказ портына йүнәләсәк. Компания 2018 йылда 2 миллион тоннаға тиклем нефть продукттары ташырға иҫәп тота.

Совет заманында тап ошондай ысул менән йөк ташылған. Сөнки рентабелле. Юғалтыуһыҙ. Йөктө бер суднонан икенсеһенә бушатып ташый башлаһаң, ваҡыт һәм сығымдар талап ителә. Бер-ике баржа, буксир, этеүсе кәрәк. Ә былай- тура кәрәкле ергә алып барыла.

Александр Токмаков, "Кама бассейны эске һыу юлдары" хакимиәтенең Ағиҙел инспекцияһы дәүләт порт контроле етәксеһе

Тауар экспорты өсөн Ағиҙел Өфөнө Рәсәй порттары менән тоташтырыусы төп һыу юлы булып ҡала. Йылға үҙәненең бормалы булыуы һәм тәрәнлеге етмәү арҡаһында "Башволгатанкер" компанияһы транспорты Өфөгә тиклем инә алмаған. Былтыр Рәсәйҙең йылға һәм диңгеҙ флоты федераль агентлығы 2020 йылға тиклем йылғаны тәрәнәйтергә ҡарар иткән. Былтыр ҡом бер метр ҙа 85 сантиметрға тиклем ҡаҙылған.

Былтыр йылғаны тәрәнәйтеү маҡсатында 850 кубометр майҙан таҙартылды. Уны беҙ ике метрға тиклем тәрәнәйтергә иҫәп тотабыҙ. 140 миллион һум аҡса бүленде. Йылғаның проблемалы учатскалары тикшерелеп тора һәм йөк ташыу өҙлөкһөҙ алып барылһын өсөн тейешле эштәр башҡарыла.

Марат Аҡтуғанов, "Кама бассейны эске һыу юлдары" хакимиәте филиалы етәксеһе
Башбат

Йылғаны тәрәнәйтеү һәм яҙғы мул һыу "Волганефт"ь -250 танкерына Өфө нефть эшкәртеү заводы причалына тиклем килергә мөмкинлек биргән. Танкер 5 мең тоннаға тиклем нефть ташый ала.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ