"Республика Башҡортостан" гәзитендә Ҡытай тураһында мәҡәләләр баҫтырыла башлаясаҡ

Бөгөн республиканың төп баҫмаһы сит илдең "Аньхой провинцияһы" гәзите менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы, Ҡытайҙа сыҡҡан гәзиттә лә Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәр биреләсәк. Бынан тыш, яҡтар араһында телевизион бәйләнештәр ҙә нығый. Ошо көндәрҙә беҙҙең каналда "Аньхой" телевидениеһы көндәре башлана.

Фото №1 - "Республика Башҡортостан" гәзитендә Ҡытай тураһында мәҡәләләр баҫтырыла башлаясаҡ

Был ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, иҡтисади бәйләнештәрҙе мәғлүмәти яҡтан да нығытыу маҡсатында эшләнә.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында Ҡытай яңылыҡтары. Сит илдең ССТВ каналы хәбәрселәре аҙнаһына бер тапҡыр үҙ илендә булған хәбәрҙәр, социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары тураһында һөйләй.

БСТ каналында ла Ҡытайҙарға яуап әҙерләнә. Беҙҙең хәбәрселәр ҙә шулай уҡ аҙнаһына бер Башҡортостандағы хәл-ваҡиғалар менән сит ил тамашасыларын таныштыра. Ә улар әҙ түгел. Майҙаны менән Башҡортостан ҙурлыҡ булһа ла Аньхой провинцияһында 70 миллионға яҡын кеше йәшәй. Тимәк, республика данын таратыу йәһәтенән был хеҙмәттәшлек ҙур роль уйнай.

Минең ҡарамаҡҡа, был хеҙмәттәшлек ике яҡҡа ла кәрәкле. Ҡытай үҙенә Башҡортостанды асасаҡ.Яңылыҡтар хеҙмәтендә Ҡытай тапшырыуҙарын күрһәтәбеҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр Ҡытайҙағы ССТВ беҙҙе күрһәтә. Был беҙгә инвестиция һәм туристар йәлеп итергә ярҙам итәсәк.

Шамил Ишемйәров, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы директоры

Ҡытайҙар телекоммуникациялар өлкәһендәге бәйләнештәрҙе тағы ла нығытмаҡсы. Башҡортостан юлдаш телеканалында Аньхой провинцияһы телевидениеһы көндәре ойошторолоуы ла ошоға дәлил. 14 май башланасаҡ сараны асыуға сит илдән киң мәғлүмәт саралары белгестәре килде. Аҙналыҡта Ҡытай тураһында төр лө тапшырыуҙар күрһәтеләсәк.

Был эште уңышлы башҡарыр өсөн беҙгә тел кадрҙары кәрәк. Бер-беребеҙҙең иҡтисади, сәйәси хәлде белеп тороу ҙа мөһим.

Ши Хуншэн, Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү фәнни-тикшеренеү үҙәге директоры

Мәғлүмәти мөнәсәбәттәр ваҡытлы матбуғат саралары кимәлендә лә үҫешәсәк. Ҡытайҙар республиканың төп баҫмаһы- "Республика Башҡортостан" гәзите менән дә яңылыҡтарын бүлешмәксе. Әлбиттә, был хеҙмәттәшлек яуапһыҙ ҡалмай. Бөгөн төҙөлгән килешеү нигеҙендә материалдар ике яҡтың баҫмаһында ла сағылыш табырға тейеш.

Мәғлүмәт өлкәһендә беҙгә яңы мөмкинлектәр асылыр, тип уйлайым. Коллегаларыбыҙ профессиональ кимәлдә яңы белем алыр. Эшебеҙ уңышлы булыр”.

Марат Ғәзизов, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары
Башбат

Яҡтар фекеренсә, мәғлүмәти оҙатыу төрлө өлкәләге хеҙмәттәшлекте лә нығыта ғына. Шуға ла киләсәктә интернет , китап баҫытырыу өлкәһендәге бәйләнештәрҙе әүҙемләштереү күҙаллана.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ