Йөрәктәрҙе дәртләндереп 73-сө Еңеү яҙы яҡынлаша. Һәр йылдың иң ҡәҙерле һәм көтөп алған байрамына "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы бик күп тапшырыуҙар әҙерләгән. Иртәгә улар эфир тулҡындары аша миллиондарса йорттарға ауаз һаласаҡ.
Оло тантана алдынан бөгөн беҙҙең компания алдында Еңеү көнөнә арналған "Һалдат бутҡаһы" акцияһы үтте. Йыл һайын телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре Бөйөк байрамды эш урынында ҡаршы ала. Был көндө коллегаларыбыҙ республиканың төрлө төбәктәрендә ойошторолған тантаналы сараларҙы яҡтырта. Шуға ла улар йыш ҡына үҙҙәре был сараларҙан ситтә ҡала. Бөгөнгө акцияла ҡатнашыусылар Еңеү бүләк иткән, ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәгән ветерандар һәм тыл хеҙмәткәрҙәрен хөрмәтләп иҫкә алды.
Еңеү көнөн үлемһеҙ йырҙарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Шуға ла бөгөнгө акцияла хәрби-патриотик йырҙар ҙа яңғыраны. Уларҙы компания хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре башҡарҙы. Ошонда уҡ ирекмәндәр Георгий таҫмалары таратты, ә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре "Һалдат бутҡаһы"нан ауыҙ иттерҙе. Еңеү көнөнә арналған саралар иртәгә ил буйынса дауам итә. Төп һәм тетрәндергес ваҡиғаларҙың береһе ул "Үлемһеҙ полк" акцияһы. Был мөһим сараны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.




