Бөйөк Ватан һуғышына Максим Горький исемендәге 3-сө гимназиянан 42 һалдат фронтҡа алына. Кисә генә парта артында ултырған үҫмерҙәр яу яланында тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, тыуған ерҙе дошман утынан һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерә. Бөгөн уларҙың исемдәрен белем усағы ҡәҙерләп һаҡлай. Йыл һайын, гимназияла 9 май байрамы алдынан митинг-концерт, уҡыусылар өсөн батырлыҡ дәрестәре уҙғарыла.
Бөгөнгө дәресте Никита кеүек уның синыфташтары ла көтөп алған. Бер ай алдан уҡыусыларға "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балалар" темаһына өйгә эш бирелә. Ҡыҙҙар-малайҙар дәһшәтле йылдарҙа батырлыҡ күрһәткән пионерҙар, геройҙар, тылда хеҙмәт иткән олатайҙары тураһында ғорурланып һөйләне.
Бөйөк Еңеү көнө алдынан мәктәптең һәр класында батырлыҡ дәрестәре уҙғарылды. Һуғыш темаһына шиғри бәйгеләр, иншалар конкурсы ойошторолдо. Синыфтан тыш саралар уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү менән бер рәттән, уларҙың һәләттәрен асыуға ла булышлыҡ итә, ти уҡытыусылар.
Байрам алдынан уҡыусыларға эҙәрмәндәр отряды вәкилдәре менән осрашыу үткәреүгә лә ата-әсәләр әүҙемлек күрһәткән. Икенсе синыф уҡыусылары апрель аҙағында Ростов өлкәһендә автосәйәхәттә булып ҡайтҡан яҡташтарыбыҙға береһенән-береһе уҙҙырып, һорауҙарын бирҙе.
Эҙәрмәндәр 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының яу юлы буйлап ойошторолған ҡаҙыныу эштәрендә 41 яугирҙың һөйәктәре табылыуы, уларҙың 10-һының ғына исеме билдәле булыуы тураһында һөйләне. Үҙ сиратында малай-ҡыҙҙар ата-бабаларының тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһынырға һүҙ бирҙе.
Бөйөк Ватан һуғышына белем усағынан 42 һалдат фронтҡа алына. Мәктәптә улар иҫтәлегенә таҡтаташ асылған, музейҙа һәр бер ҡатнашыусы тураһында мәғлүмәт бар.
Йылдағыса, гимназия алдында тантаналы митинг ойошторолдо. Ҡыҙҙар-малайҙар яу яланында башын һалған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Башҡа ерҙә һуғыш булмаһын тигән теләктә улар шарҙарҙы аяҙ, яҡты күк йөҙөнә осорҙо.




