"Рубин" менән "Өфө" футболсылары 0-гә 0 иҫәбе менән уйнаны

Ике мәрәй юғалтыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан клубы турнир таблицаһында алтынсы баҫҡысты һаҡлап ҡала алды.

Беренсе таймда яҡтар тигеҙ уйын күрһәтте. Тәнәфестән һуң өҫтөнлөк майҙан хужалары яғына күсте. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки Ҡазан командаһын бары тик еңеү генә ҡәнәғәтләндерә ине. Әммә улар маҡсаттарына ирешә алманы. Шулай итеп дәғүәселәр алтынсы урынға күтәрелеү мөмкинлеген юғалтты. Ә бына Сергей Семак тәрбиәләнеүселәренә яуланған позицияһын һаҡлап ҡалыу өсөн һуңғы турҙа еңеү яуларға кәрәк.

13 майҙа яҡташтарыбыҙ үҙ стадионында Ленинград өлкәһенең "Тосно" клубын ҡабул итә. Бәлки, был уңыш Башҡортостан командаһын Европа лигаһына алып сығыр? Әлегә алтынсы урын яулаясаҡ клубтың яҙмышы хәл ителмәгән.

Автор: Илдар Байбулатов.