Башҡортостан картуф орлоғо етештереү буйынса илдә беренсе урынға сығыуы ихтимал. Был әле маҡсат ҡына. Әммә уға ирешеү өсөн республикала бөтә шарттар ҙа бар. Уңдырышлы ер, ең һыҙғанып эшләргә әҙер хужалыҡтар һәм Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан идаралығынд а сығарылған вирусһыҙ орлоҡ материалы. Республика биотехнологтары менән крәҫтиән- фермер хужалыҡтарының берлектәге эше тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Беҙ картуфты ябай йәшелсә, тип күнеккәнбеҙ. Әммә ул да кеше һымаҡ төрлө ауырыуҙарға бирешә икән. Вирустар үҙ сиратында уңыш күләмен кәметә, картуфтың файҙалы элементтарын юҡҡа сығара. Был инде ауыл хужалығы етештереүселәрен ҡиммәткә сит ил орлоҡтарын һатып алыуға этәрә. Мәсьәләне Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы үҙ өҫтөнә алды.
Идаралыҡ биотехнологтары лабораторияларҙа картуфтың вирустар менән зарарланып өлгөрмәгән күҙҙәрен айырып пробиркаларға күсереп ултырта. Был үҫентенән сыҡҡан орлоҡ 10 йыл самаһы төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тора аласаҡ. Тимәк, ул уңышты ла сорт сығарыусы вәғәҙәләгән күләмдә бирәсәк.
Ошо көндәрҙә Борай районының Арыҫланов крәҫтиән- фермер хужалығында пробиркалағы үҫентеләр ергә күсереп ултыртылды. Хәҙер хеҙмәткәрҙәргә улар тамыр ебәргәнсе күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк. Хужалыҡ етәксеһе Альберт Арыҫланов әйтеүенсә, ул был башланғысҡа икеләнеүһеҙ ҡушылған.
Алберт Арыҫланов фекеренсә, проект яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк. Сөнки республикала быға тиклем сифатлы картуф орлоғо етештереүселәр бөтөнләй юҡ ине. Яҡын киләсәктә иһә, төбәк халҡына һәм хужалыҡтарға үҙебеҙҙә сығарылған вирусһыҙ орлоҡ алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге проектына әле республиканың дүрт хужалығы ҡушылған. Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Борай районы фермерҙары Өфөлә етештерелгән вирусһыҙ картуф орлоғон үҙ майҙандарында үҫтерәсәк. Әммә Башҡортостан ғалимдары бының менән генә сикләнергә уйламай... Бәлки, киләсәктә колорадо ҡуңыҙына бирешмәүсе сортты ла күрербеҙ?..




