Еңеү көнө алдынан Ғафури районында десантсыларға арналған һәйкәл асылды.
Илебеҙ хәрби көстәренең элитаһы иҫәпләнгән хәрбиҙәр Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла күләмле уҡыуҙар барышында үҙҙәрен яҡшы әҙерлекле ғәскәр икәнлеген иҫбатлай. Ҡыҙыу нөктәләрҙәге бәрелештәрҙә һауа-десант ғәскәрҙәре улар өсөн хәл ителмәҫтәй бурыстар булмауын күрһәтә. Десантсыларға һәйкәл асыу байрамында тантаналы шарттарҙа райондың 14 офицерына миҙалдар тапшырылды. Әлеге ваҡытта төбәктә һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән 74 ир-уҙаман йәшәй.
Десантсы исеме үҙенә хәрби бурысҡа тоғролоҡто, яуҙарҙа һыналған дуҫлыҡты, хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған иптәштәре хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлауҙы берләштерә. Һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булыусыларға район үҙәгендә ҡуйылған һәйкәл дә аҡ парашют рәүешендә.




