Башҡортостанда 370 мең кеше «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашты

Республикала яҡынса 370 мең кеше «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылды. Өфөлә сарала ҡатнашыусылар һаны йөҙ мең кешенән үтеп китте.

Фото №1 - Башҡортостанда 370 мең кеше «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашты

Башҡалала «Үлемһеҙ полк”та Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ул үҙенең ҡартатаһы Сөнәғәтулла Измайловтың портреты менән Өфө урамдары буйлап үтте. Билдәләп үтергә кәрәк, был сара бишенсе йыл рәттән уҙғарыла.

Был юлы «Үлемһеҙ полк» «Спорт» туҡталышынан башланып «Дан бульварына» тиклем дауам итте. Акция һуғыш геройҙары иҫтәлегенә арнап уҙғарыла. Өфөнән тыш, "Үлемһеҙ полк" республиканың башҡа төбәктәрендә лә үтте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ