Республикала автомобилде ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнеүсене ҡулға алғандар

Стәрлетамаҡта йәшәүсе Рәсәйҙә етештерелгән автомобилде ҡыуып алып китә. Полицияға ВАЗ-2106 маркалы транспорт хужаһы мөрәжәғәт итә. Ул автомобиленең ҡыуып алып китеүҙәре тураһында хәбәр итә.

БР-ҙың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыш буйына автомобиль аккумулятор батареяһыҙ урам эсендә торған. Бер аҙҙан, автомобиль юҡҡа сыға.

Автомобиль Курчатов урамында табыла. Транспорт салонында ҡыуып алып китеүсе була. Ҡулға алыныусы, тик ултырған машинаны эйәһеҙ тип уйлап, ҡыуып алып китә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет