Үлемһеҙ батырлыҡҡа дан!

Бөгөн илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләй. Өфөлә байрам саралары "Еңеү паркы"ндағы мемориалға сәскә һалыуҙан башланды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Республика Хөкүмәте ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Еңеүcеләр батырлығына мәңгелек дан! Башҡортостан Башлығы билдәһеҙ һалдат ҡәберенә венок һала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республиканан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән һәм уларҙың яртыһы тиерлек әйләнеп ҡайтмаған. Еңеү паркының "Мәңгелек ут" янындағы майҙанда Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимов һәйкәлдәренә һәм Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә сәскә һалынғандан һуң, Башҡортостан етәкселеге тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал янында туҡталды. Шанлы йылдарҙа республика халҡы Еңеү көнөн яҡынайтыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Башҡортостан Ватаныбыҙҙың ныҡлы тылына әйләнә. Ҡорал, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым яуға оҙатыла.

Курск дуғаһы, Сталинград блокадаһы - беҙ китаптан ғына уҡып белгән һәм фильмдар аша күргән ҡурҡыныс алыштарҙан, ут эсенән иҫән сыҡҡандарға ихлас рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

Ете тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә йән яралары ла, тән яралары ла уңалып бөтмәһә лә улар бөгөн дә байрам уртаһында. Сөнки, һалдат, 94 йәшендә лә һалдат. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рамаҙан Ҡотошов үҙ аяҡтары менән атлап йөрөй алмай. Ишембай районы Ҡарайған ауылында тыуып үҫкән егет фронтҡа 18 йәшендә алына, бер-нисә тапҡыр ауыр яралана, ә 45-се йылдың 9 майын Берлинда ҡаршылай.

30 апрелдә беҙ беренсе Украина фронты менән тоташып Берлинды ҡамап алдыҡ. Бергә һуғышҡан иптәштәрҙең береһе лә тере ҡалманы.

Рамаҙан Ҡотошов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы һирәгәйә - республикала иң оло байрамды 1210 яугир ҡаршылай. Ҡаһарманлыҡ тантанаһын 73- сө тапҡыр билдәләгәндә күңелдәге иң тәрән хистәр шиғыр булып урғыла.

Эй, туғандар! Бергә булайыҡ. Бергәләшеп, гөрләшеп, Тайгаларҙы уртаҡ бүлеп, Шатлыҡ менән бүлешеп. Байрам менән!

Илгизәр Хәйеров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Йәштәр еңеүселәр быуынынан икәнен онотмаҫҡа тейеш, патриотлыҡтың һүҙҙә генә түгел, эштә сағылыуы мөһим. Хәрби йүнәлештә тәрбиәләү республикала уңышлы алып барыла. Еребеҙҙе һаҡлауға әҙерлеген белдереп Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Осоусылар әҙерләүсе мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре, кадеттар ышаныслы атлай.

Йәштәр, балалар күп килде. Уларға ҡарап уйлап торам: был балалар беҙҙең киләсәгебеҙ, беҙ уларҙы тәрбиәләргә тейешбеҙ. Ватанды һөйөү, иректе һөйөү, илгә хеҙмәт итеү рухында.

Фәрит Вахитов, журналист, яҙыусы һәм тарихсы

Ә яҙмыштарҙы селпәрәмә килтергән дошманды еңеүҙең шатлыҡлы ауаздары, гүйә байрам сараһында түгел, ә һуғыш яланынан ишетелә.

9 май - илебгә азатлыҡ ҡына түгел, ә тотош кешелеккә тыныслыҡ килтергән көн. Һуғыш хәтирәләре, фронт йырҙары - Еңеү паркында байрам тантанаһында ҡатнашыусылар хәтерендә аяҙ, матур һәм шатлыҡлы көн булып уйылып ҡаласаҡ.

Автор: Рәмзиә Кәримова.