Бер тапҡыр түләнә торған ярҙам тураһындағы Указға Владимир Путин ҡул ҡуя. Еңеү байрамы айҡанлы, түләүҙәр яҡын арала тапшырыласаҡ.
Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, ун мең һум күләмендәге матди ярҙамды Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм һуғышта ҡатнашыусылар аласаҡ. Был Рәсәйҙә йәшәүселәргә, шулай уҡ Латвия, Литва, Эстония граждандарына ла ҡағыла. Барлығы 103 000 кеше түләүҙәр аласаҡ.
Матди ярҙам май һәм июнь айҙарында тапшырыласаҡ. Был маҡсатта федераль бюджеттан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Фото: Интернет




