Беҙ - еңеүсе вариҫтары!

Өфөләге "Үлемһеҙ полк" акцияһы 100 мең тирәһе кешене бер майҙанға йыйҙы. Сағыштырыу өсөн былтыр 60 мең ине. Халыҡтың йылдан-йыл күберәк ҡатнашыуы аңлашыла, Бөйөк Еңеү байрамы алыҫлашҡан һайын был датаның әһәмиәтен нығыраҡ аңлайбыҙ.

Тыныс тормош, аяҙ күк өсөн беҙ яу һәм тыл ҡаһармандарына рәхмәтле. Ә һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ, һәр йортта шинель кейгән һалдаттарҙың фотоһүрәттәре, өсмөйөшлө хаттар йәки батырҙарса һәләк булды, хәбәрһеҙ юғалды тигән телеграммалар һаҡлана. Бөгөн иһә Еңеү һалдаттары беҙҙең арала, тереләр менән. Кеше хәтерен йылдар юя алмай, ул мәңгелек.

Ер уянған саҡта нисек итеп йоҡлап ятмаҡ кәрәк ҡәберҙә, ҡыр ҡаҙҙары булып тыуған яҡҡа, ҡайтып төштөк бына хәҙер ҙә. Халыҡ ағымына ҡарап хәтергә үҙенән -үҙе ошо шиғыр юлдары төшә. Тик яугирҙар бөгөн ҡыр ҡаҙҙары булып түгел, ә Еңеү байрамының төп ҡунаҡтары булып ҡайтты. Эйе, күптәр тик фотоһүрәттәрҙә. Сөнки яу яланынан иҫән ҡайтыу бәхете барыһына ла эләкмәй, әммә бөгөн улар бөтәһе лә тере, бөтәһе лә беҙҙең арала. Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡандар, сит тупраҡта ятып ҡалғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, тыл ҡаһармандары. Еңеү һалдаттары беҙгә һарғайып бөткән фотоһүрәттәр аша йылдар төпкөлөнән баға.

Бөйөк Еңеүгә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, һуғыш шаңдауы онотолмай, сөнки һуғыш еле ҡағылмаған ғаилә юҡ. Республика Башлығы ла үлемһеҙ полк сафында. Рөстәм Хәмитовтың ҡулында олатаһы Сөнәғәтулла Измайловтың фотоһүрәте, ул Ленинград фронтында һуғышҡан, 1943 йылда ҡаты яраланып тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Өфөнән Яппаровтар үлемһеҙ полкҡа тулы бер композиция менән сыҡҡан. Фотоһүрәттәрҙә Салауат районынан Ғиниәт Шәрәфетдиновтың алты улы. Барыһыла Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң һуғышҡа киткән. Йәш педагогтарҙың тик өсәүһе генә тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Уларҙың иҫтәлеген балалары ҡәҙерләп һаҡлай.

"Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнашыусылар "Спорт туҡталышы"нан "Дан бульвары"на тиклем бара, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа күп. Техникаға өйрәнгән заман өсөн алыҫ ҡына ара, тик зарланыусы юҡ. Бееҙең олатайҙар Берлинға тиклем дә барып еткән.

"Үлемһеҙ полк" акцияһы икһеҙ-сикһеҙ даръяны хәтерләтә, уның тулҡындары берсә әрнеү, берсә шатлыҡ тауышына күмелгән һымаҡ. Байрамдың үҙе һымаҡ, еңеү ҡыуаныс һәм юғалтыуҙар тойғоһо. Ҡулдарына һарғайып бөткән фотоһүрәттәр тотҡан кешеләр ағымына тыныс ҡына ҡарап булмай, хис-тойғоларҙы һүҙҙәр менән аңлатырлыҡ, бигерәк тә камера аша еткерерлек түгел. Ирекһеҙҙән күҙҙәргә йәш эркелә, күңелде ватаныбыҙ, халҡыбыҙ, атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо биләй.

Хәбәрсе. Йөҙ мең кеше, ә яҙмыштар, уларҙың иҫәбе юҡ. Был биографиялар ҡан, күҙ йәштәре менән яҙылған. Бөйөк Еңеү тотош совет халҡының уртаҡ байрамы. Бөгөн дә сафтарҙа төрлө милләт халыҡтарын күрергә мөмкин, башҡорттар менән бергә төркмәндәр ҙә кавалерия дивизияһында алыша.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында биш төркмән булған. Йәштәргә тарих һөйләйбеҙ, ти "Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнашыусы Сапарморат Шанглиев.

Башҡортостан ғына ут эсенә 700 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙын оҙата, уларҙың яртыһы тиерлек яу яланында ятып ҡала, Бөйөк Еңеү оло юғалтыуҙар, ҡаты тән һәм йән яралары менән яулана. Атай-олатайһыҙ, аслыҡта-яланғыслыҡта, ҡара эш менән үҫкән быуын Еңеүҙең хаҡын яҡшы аңлай. Тик бөгөн ошо тойғоно йәш быуындың күңеленә һалыу мөһим. "Үлемһеҙлек полк" акцияһының әһәмиәте лә шунда, йәштәр тарихи ысынбарлыҡты белеп үҫергә тейеш. Ә ошо сафта бер тапҡыр ғына үткән бала ла ғорурлыҡ хисен мәңге һаҡлаясаҡ.

Атайымдың һуғыштан һуң, 1946 йылда төшкән фотоһын алып сыҡтым. Ул 1942 йылда 17 йәшендә һуғышҡа эләгә. Днепрҙы кискәндән һуң һалдаттар алдында Конев сығыш яһаған, ҡорбандар тураһында әйткән. Атайым шуны хәтерләһә илай торғайны. Һуғышта күп тапҡыр яраланған, шул яралар арҡаһында 53 йәшендә китеп тә барҙы.

Юлай Ғәйнетдинов, "Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнашыусы

Йылдан-йыл дәһшәтле йылдарҙың тере шаһиттары кәмей. Еңеүҙең 73 яҙын беҙҙең менән бергә меңдән ашыу һуғыш ветераны ҡаршылай. Әммә хәтер, быуындар күсәгилешлеге тигән төшөнсә бар. Ә ул - мәңгелек. Бөйөк Еңеү, Еңеү һалдаттары беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй.

Автор: Рәмзиә Кәримова.