Башҡортостан кешелек тарихындағы иң ҡан ҡойошло, ҡәһәрле һуғышҡа 7 йөҙ меңдән ашыу ул һәм ҡыҙын оҙатып, өс йөҙ меңдән ашыу яугирын көтөп ала алмай. Бөгөн яуҙа башын һалғандар, дошман тотҡононда һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, тылда бил бөккән ветерандар барыһы ла бер сафта. Үлемһеҙ сафта. Был акцияның Башҡортостандың төрлө райондарында нисек үткәнен беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Танкист һәм артиллерист, матрос, кавалерист, разведчик, элемтәсе һәм табип. Улар бөгөн барыһы ла бер полк булып үтә. Саҡмағош районы ла патриотик акциянан ситтә ҡалманы. "Үлемһеҙ полк" урамдарҙан фото тотоп үтеү генә түгел, унда ҡатнашыусылар ил тарихын, ата-олаталар үткән яу юлын өйрәнә, үткәндәрҙе иңләй. Бөйөк Ватан һуғышына Имәнлеҡул ауыл биләмәһенә ҡараған Үрге Аташ, Зәмәй ауылдарынан биш йөҙҙән ашыу ир-егет китә. Уларҙың ике йөҙҙән ашыуы кире әйләнеп ҡайтмай. Бөгөнгө матур тормош хаҡына сит ерҙәрҙә башын һала.
Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында ла Еңеүҙең 73-сө яҙын оло ихтирам менән ҡаршы алдылар. Яу яландарынан ҡайта алмаған яҡташтары иҫтәлегенә стела асылды. Мәрмәр ташта батырҙарса һәләк булған ауылдаштар исеме мәңгеләштерелде. Ауыл халҡы бөгөнгө бәхетле тормош өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән ата-бабаларын иҫкә алды.
9 май байрамы һәм "Үлемһеҙ полк" хәҙер айырылғыһыҙ төшөнсә. Шаран районы үҙәгендә лә урамдарға фотоһүрәттәр тотҡан меңләгән кеше сыҡты. Һәм һәр кемдең үҙ геройы. Ҡайһы берәүҙәрҙең хатта, берәү генә түгел. Тотош ғаиләһе менән фронтҡа китеп яуҙа башын һалыусылар ҙа бар. Беҙ имен тормош бүләк иткән яугирҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ, ти сарала ҡатнашыусылар. Шаран районы ҡәһәрле һуғышта 5 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙын юғалтҡан. "Үлемһеҙ полк" сафтары ла хәҙер йылдан-йыл арта ғына. Ваҡыт үтә, әммә хәтер үлмәй, ти Шарандар
"Үлемһеҙ полк" үтеүен бер күҙәтеү илһөйәрлек тураһында һөйләгән меңдәрсә һүҙҙәрҙән дә көслө. Киләсәк быуынға тыныс тормош бүләк итеү өсөн йәнен-тәнен аямаған ветерандарға ла хәҙерге быуындың имен йәшәүен күреүҙән дә оло шатлыҡ юҡтыр. Ҡырмыҫҡалы районында ,.Үлемһеҙ полк,, сафтары үткәндән һуң батырҙар иҫтәлегенә арналған стела асылды.
Асҡарҙа ла Еңеү яҙының 73 йыллығына арнап байрам саралары ойошторолдо. Әбйәлил районы һуғышҡа 6 меңдән ашыу улын оҙатҡан. Шуларҙың яртыһы тыуған илдәренә әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс кеше Советтар Союзы Геройы исеме менән бүләкләнә, тағы ла бер яугир "Дан ордены"ның тулы кавалеры. Улар менән яҡшташтары хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Баймаҡ районында Бөйөк Еңеүҙен 73-сө яҙын 15 ветеран ҡаршы алды, уларҙың алтауһы байрам парадына килде. "Үлемһеҙ полк" үтеүен бер күҙәтеү илһөйәрлек тураһында һөйләгән меңдәрсә һүҙҙәрҙән дә көслө. Киләсәк быуынға тыныс тормош бүләк итеү өсөн йәнен-тәнен аямаған ветерандарға ла хәҙерге быуындың имен йәшәүен күреүҙән дә оло шатлыҡ юҡтыр.
ҙә Бөйөк байрамды киң ҡолас менән ҡаршыланы. Мораҡтың үҙәк урамына һарғайып бөткән, әммә ғорур фотоһүрәттәр күтәргән йөҙҙәрсә халыҡ ағылды. "Үлемһеҙ полк"- Ватаны өсөн, еңеү өсөн, беҙҙең өсөн үҙ ғүмерен биргән Бөйөк Ватан һуғышының меңдәрсә геройҙары. Һәм беҙ ҡаһармандар тураһындағы хәтерҙе һаҡларға, киләсәк быуындарға еткерергә һәм ғорурланырға бурыслыбыҙ.
Ғафури районы үҙәгендәге Еңеү байрамы яуҙа башын һалғандар иҫтәлегенә ҡоралдан залп биреүҙән башланды. Ваҡыт үтә, әммә хәтер мәңгелек, ти Ғафуриҙар. Районда Бөйөк еңеүҙең 73 йыллығына арнап "Хәтер китабы" донъя күргән. Әле уның икенсе томы нәшер ителә.
Көйөргәҙе районы үҙ геройҙарын суйын һын ҡойоп мәңгеләштерҙе. Ермолаев ҡасабаһында Советтар Союзы Геройы Сәлмән Биктимеровҡа һәйкәл ҡуйылды. Яҡташыбыҙ пулемет уты аҫтында Украинаның Березна ауылына үтеп инеп дошмандарҙы тар-мар итә. Был ҡаһарманлыҡ мәңге юйылмаҫлыҡ булып һаҡланырға тейеш, ти һәйкәлде ҡойоусылар.
Балтас районында Еңеүҙең 73-сө яҙын 17 ветеран ҡаршыланы. Муллахан Исламғәлиевҡа 16 йәшендә генә һуғыштың бар михнәтен күрергә тура килә. Фронттың башынан аҙағынаса ул тоғро дуҫы - гармуны менән бергә үтә.
Һәр райондың үҙ геройы, үҙ Еңеүе, үҙ парады, ләкин Бөйөк байрам уртаҡ. Башҡортостанда "Үлемһеҙ полк" акцияһында 370 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Бер кем бер ни онотолмаған. Бар халыҡ үткәндәргә баш эйһә, Благовещен ҡалаһында киләсәккә мөрәжәғәт иттеләр. Ҡалала 2045 йылдың 9 майында асылырға тейеш ваҡыт капсулаһы һалынды. Унда Ватаны өсөн, еңеү өсөн, беҙҙең өсөн үҙ ғүмерен биргән Бөйөк Ватан һуғышының меңдәрсә геройҙар һәм ҡаһармандар хаҡындағы хәтерҙе һаҡларға, киләсәк быуындарға еткерергә һәм ғорурланырға бурыслы булыуыбыҙ тураһында яҙылған.




