Хәйбулла районында һуғыш ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләнеләр

Яугирҙарҙың вариҫтары ауыл урамдары буйлап "Үлемһеҙ полк" сафында атлап уҙҙы. Еңеү көнөнә арналған байрам сараһы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Фото №1 - Хәйбулла районында һуғыш ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләнеләр

Башҡортостан тыуған Ватанын ҡаһармандарса яҡлаған батырҙар төбәге. Республикала йортона һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Хәйбулла халҡы ла ил менән бергә барлыҡ фронттарҙа һәм алыштарҙа тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Завод-фабрикаларҙа, төҙөлөштәрҙә һәм ауыл хужалығында фиҙаҡәр хеҙмәте менән еңеүҙе яҡынайта.

Беҙ бала ғына булып тороп ҡалғайныҡ. Ололар быға тиклем ни эшләгән, беҙ шул эштәрҙе башҡарҙыҡ. Беренсе класты бөткәндән алып иген утаныҡ.

Шәрифйән Ҡыҙрасов, тыл ветераны

Бөгөн мине шулай саҡырғандарына ҡыуанам. Туғандарҙы күрҙем. Ҡаған быуындар иҫән-һау булһын.

Ғатаулла Мөхәмәтов, тыл ветераны

Төбәктән фронтҡа киткән биш меңдән ашыу яугирҙың күбеһенә кире әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Бөгөн районда ни бары туғыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫән. Шуларҙың дүртеһе генә орден-миҙалдарын сыңлатып байрам түрендә ултырҙы. Быйыл район кимәлендәге сараға беренсе тапҡыр төрлө ауыл биләмәләренән тыл ветерандары, һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡалған ҡатындары һәм балалары саҡырылды.

Атайым 1943 йылда 18 йәше тулыр-тулмаҫтан һуғышҡа алынды. Ул 141-се уҡсылар полкында хеҙмәт итте. Әйләнеп ҡайтты, әммә яралары күп ине.

Фатима Ҡоҙабаева, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ҡыҙы

Хәйбулла районында бынан бер нисә йыл элек хәтер стенаһы булдырылған. Диуарҙа еңеү менән ҡайтҡандар, ситтә башын һалғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, тыл ҡаһармандарының фотоһүрәттәре урын алған. Хәтер стенаһы йыл һайын тулыланып тора. Быйыл бында тағы ла алтмышҡа яҡын фотоһүрәт өҫтәлгән.

Хәйбуллалар шулай уҡ ауыл урамдары буйлап "Үлемһеҙ полк" сафында ла атлап уҙҙы. Йыл һайын ойошторолоп килгән акцияла яугирҙарҙың вариҫтары ветерандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды, ейән ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә улар хаҡында һөйләне. Был изге эш алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк.

Башбат

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ